14 декабря 2025 12:12
Количество просмотров: 157
14 Республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө билдәләнә. Байрамды республика башлығы 2019 йылда башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында билдәләне. Ул халҡыбыҙҙың бөйөк улы Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә тап килтерелеп үткәрелә.
Шуға бәйләп, 2025 йылдың 12 декабрендә беҙҙең мәктәптә 1-се класс бәләкәстәре дәрестә уйындар уйнанылар, шиғырҙар һөйләнеләр; 3-сө "Д" класс уҡыусылары "Мәҡәлдәрҙә – халыҡ аҡылы" акцияһында ҡатнаштылар; 4-селәр Наҙгөл Исмәғил ҡыҙының берҙәм дәрес өлгөһөн ҡаранылар.
Иң яғымлы телдәрҙең береһе булған тыуған телебеҙ көнө менән ҡотлайбыҙ!
#Башҡорттелекөнө2025
#Деньбашкирскогоязыка2025
#Минбашҡортсаһөйләшәм
#единыйурокбашкирскогоязыка
#школа11